05:28 (UTC+5), 27 Декабрь 2017

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында уҙып барған йылға яҡынса йомғаҡ яһалды

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Ул 2017 йылда төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә яҡынса йомғаҡ яһауға һәм алдағы осорҙың төп бурыстарына арналды.
Күп кенә иҡтисад һәм социаль өлкә күрһәткестәре буйынса йыл уңышлы булды, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. 11 ай эсендә сәнәғәт етештереү индексы 102,3 процент тәшкил итте. Туғыҙ айҙа ойошмалар әйләнеше туғыҙ процентҡа артты.
- Инфляция кимәле рекордлы түбән булды – 101,2 процент. Эш хаҡы арта, был уҙып барған йылдың иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе. Ғинуар-октябрҙә алты проценттан ашыу артҡан, – тине төбәк етәксеһе. – Шул уҡ ваҡытта реаль табыш үҫешенә өлгәшеп булманы. Киреһенсә, 10 айҙа ул 2,5 процентҡа төштө. Был йәһәттән яңы 2018 йылда эште, һис шикһеҙ, көсәйтергә кәрәк. 1 ғинуарҙан бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы хәлде бер аҙға яҡшыртыуына иҫәп тотам. Шуныһы мөһим, хеҙмәт баҙарының тотороҡлоғо һаҡлана, эшһеҙлек кәмей – уның дөйөм кимәле биш процентҡа яҡынлашты, теркәлгәне – бер проценттан аҙыраҡ.
Башҡортостан юғары етештереүсән эш урындары булдырыу, экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү, юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән федераль проекттар буйынса һынау төбәк булып китте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
Башҡортостан Башлығы проблемалы мәсьәләләр иҫәбендә инвестиция өлкәһенең ҙур булмаған күрһәткестәрен, торлаҡ төҙөү тиҙлегенең кәмеүен, ябай булмаған демографик хәлде атаны.
- 2018 йылда был проблемалы темаларҙы көйгә һалыу буйынса ҙур эш башҡарырбыҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Айырып әйтәм, Хөкүмәт, бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволар, учреждениелар үҙ эшен яңыраҡ бында Хөкүмәт ултырышында раҫланған 2030 йылға тиклем Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы менән көйләргә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1098465-na-zasedanii-prezidiuma-pravitelstva-bashkortostana-podvedeny-predvaritelnye-itogi-goda/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика