07:50 (UTC+5), 26 Декабря 2017

Республикала йәшәү минимумына нимә һатып алырға мөмкин – статистика

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың статистика хеҙмәткәрҙәре 2017 йылдың өсөнсө кварталында республикала бер кешегә йәшәү минимумы дәүмәленең нимәнән сығып иҫәпләнгәне хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылдың өсөнсө кварталында йәшәү минимумы дәүмәле 8 611 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 9 187 һум, пенсионерҙарға – 7 061 һум, балаларға 8 463 һум күләмендә билдәләнгән.
Бер кешенән сығып бөтә халыҡтың йәшәү минимумы түбәндәгесә төҙөлгән. Билдәләнгән 8 611 һумдың иң ҙур өлөшө ҡулланыусылар кәрзиненә бүленә. Минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһына – 3 900 һум, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға – 2 047 һум, хеҙмәттәргә 2 054 һум тура килә.
Статистика хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ түләүҙәргә һәм йыйымдарға айына 610 һум бүлә.
Халыҡтың башҡа төркөмдәренә килгәндә, атап әйткәндә, пенсионерҙарға билдәләнгән 7 061 һумдан ҡулланыусылар кәрзиненең хаҡы шунса уҡ тора. Аҙыҡ-түлеккә – 3 445 һум, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға – 1 805 һум, хеҙмәттәргә 1 811 һум бүленә.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ҡаралған айлыҡ 9 187 һумдан ҡулланыусылар кәрзиненә 8 179 һум тура килә. Ошо сумманан минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 3 987 һумға баһалана, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар – 2 092 һум, хеҙмәттәр – 2 100 һум, мотлаҡ түләүҙәр һәм йыйымдар буйынса сығымдар – 1 008 һум.
Балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 8 483 һум тәшкил итә. Ҡулланыусылар кәрзиненә лә шунса сумма бүленә. Был сумманан бала өсөн минималь ризыҡ йыйылмаһы айына 4 130 һумға төшә. Уның өсөн аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар һатып алыу – 2 173 һум, хеҙмәттәр – 2 180 һум.
Йәшәү минимумы дәүмәленә ҡулланыусылар кәрзиненең хаҡы, шулай уҡ мотлаҡ түләүҙәр һәм йыйымдар инә.
Ҡулланыусылар кәрзине – кешенең сәләмәтлеген һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәкле минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар һәм хеҙмәттәр, уларҙың хаҡы иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы нигеҙендә билдәләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1098042-chto-mozhno-kupit-na-prozhitochnyy-minimum-v-bashkirii-statistika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика