02:00 (UTC+5), 26 Декабря 2017

Эшләүсе студенттарҙы страховка иғәнәләренән бушатыу күҙаллана

Олег Яровиков
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Хеҙмәт министрлығы эшләүсе студенттарҙы страховка иғәнәләренән бушатыу мөмкинлеген өйрәнә, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилинға һылтанып.
«Аҡса эшләүсе студенттарҙы страховка иғәнәләренән бушатыу идеяһын тикшерә башланыҡ. Был йәштәр мәшғүллеген дәртләндерергә ярҙам итәсәк», — тип белдерҙе Топилин.
Страховка иғәнәләренән бушатыуҙың ниндәй схема буйынса барыуы әлегә билдәләнмәгән.
«Теләһе ҡайһы ташлама – ул трансферт, федераль бюджет сығымы: страховка иғәнәләре түләнмәһә, хоҡуҡ юғалтыуҙы кире ҡайтарырға кәрәк. Быны уйлаштырырбыҙ», — тип белдерҙе министр.
Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың 1 октябрендә мәшғүллек хеҙмәте органдарында 16-24 йәштәге 70,4 мең эшһеҙ граждан иҫәптә торған. «16-29 йәштәге граждандар араһында уртаса эшһеҙлек оҙонлоғо был датаға 4,9 ай тәшкил иткән», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1097319-rabotayushchikh-studentov-planiruyut-osvobodit-ot-upalty-strakhovykh-vznosov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика