03:00 (UTC+5), 26 Декабря 2017

Башҡортостанда шәкәр етештереү күләме артҡан, сит илдәргә оҙатыла башлаған

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң яҡшы уңышы шәкәр етештереүҙе 10 процентҡа арттырырға һәм уны экспортка оҙата башларға мөмкинлек биргән, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан.
Республикала хәҙер өс шәкәр заводы шәкәр эшкәртеү менән шөғөлләнә. Уларҙың тәүлегенә дөйөм ҡеүәте - 11 мең тонна. Заводты 24 шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән район: «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мәләүез шәкәр заводы» һәм «Раевка шәкәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сеймал менән тәьмин итә.
22 декабргә заводтар 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләгән, 1,1 миллион тонна эшкәрткән, 160,4 мең тонна етештергән.
Быйыл Шишмә шәкәр заводы Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Ҡаҙағстанға, Тажикстанға, Грузияға һәм Төркиәгә дөйөм алғанда 7,3 мең тонна шәкәр оҙатҡан, ул етештерелгән күләмдең 13,5 проценты.
Бынан тыш, Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға 11,3 мең тонна шәкәр ебәреүгә килешеү төҙөлгән.
Башҡортостандың аграр ведомствоһында билдәләүҙәренсә, һуңғы өс йылда шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең майҙаны уртаса 50 мең гектар тәшкил итә. Быйыл тулайым шәкәр сөгөлдөрө йыйымы былтырғыға ҡарағанда 14,7 процентҡа күберәк – 1,6 миллион тонна тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1097423-v-bashkirii-uvelichilos-proizvodstvo-sakhara-nachalas-otgruzka-na-eksport/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика