11:46 (UTC+5), 26 Декабря 2017

2018 йылда Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләү артамы-юҡмы икәнлеге билдәле булды

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә күләме 2014 йылдан алып үҙгәрмәгән һәм 2018 йылда уны арттырыуға нигеҙ юҡ, тип белдерҙе республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин.
Капиталь ремонт өсөн түләү алты ҡатҡа тиклемге йорттарҙа бер квадрат метр өсөн — 5,20 һум, алты ҡаттан күберәктәрҙә 5,80 һум тәшкил итә.
«Әлеге ваҡытта ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн ошо аҡса етә. Төбәк операторы капиталь ремонтҡа йыйған иғәнәләрҙе тулыһынса тотона һәм беҙҙең пландарҙа был аҡса етергә тейеш, — тип билдәләне «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында Альфред Зиннәтуллин. — Хаҡтар артырмы-юҡмы — һуңғы ҡарарҙы республика хөкүмәте ҡабул итә. Эйе, беҙ, нисәмә йылдар буйына капиталь ремонт өсөн иғәнә үҙгәрешһеҙ ҡала, тип һөйләйбеҙ. Өҫтәүенә 2020 йылға тиклем байтаҡ лифттарҙы алмаштырырға тейешбеҙ. Ярай әле лифттарҙы бүлеп түләү шарты менән алмаштырырға әҙер подрядсылар табылды. Әлегә был беҙҙе ҡотҡара, ләкин ярайһы ғына сығымдар талап итә. Шуға күрә барыһы ла хөкүмәткә, бюджеттың Төбәк операторына ярҙам итеү мөмкинлегенә бәйле. Капиталь ремонт өсөн иғәнәнең артыуы ла ихтимал, ләкин әлегә ул элекке кимәлдә ҡала һәм яҡын арала арта тип әйтә алмайым».
http://www.bashinform.ru/news/1098186-stalo-izvestno-povysitsya-li-v-bashkirii-plata-za-kapremont-v-2018-godu/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика