09:00 (UTC+5), 22 Декабрь 2017

Республиканың алданған өлөшсөләре торлаҡ алырға тейеш — Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа алданған өлөшсөләргә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара 21 декабрҙә үтте.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанда өс мең кеше — хәүеф зонаһында. Өҫтәүенә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе республика етәкселеге өсөн өҫтөнлөклөләрҙең береһе булып тора, яҡын арала уны хәл итеү буйынса саралар күреү күҙаллана.
«Республика был төҙөлөштәрҙе үҙебеҙҙәге бер нисә структуралар аша тамамлар һәм ошо хәлде йырып сығыу өсөн ресурстар бүлер, моғайын, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был эште 2018 йылда тамамларға кәрәк, 2019-2020 йылдарға ла ҡалыр әле. Ләкин кешеләр торлаҡлы булырға тейеш. Аҡса менән мутлашҡан бурҙарҙың бер өлөшө — суд эскәмйәһендә, бер өлөшө реаль срок алды. Ҡайһылары бик тиҙ, бер нисә айҙан уҡ иреккә сыҡты. Был да аңлашылмай, әйткәндәй, ни өсөн хоҡуҡ һаҡлау системаһы йөҙҙәрсә миллион һум урлаған кешеләрҙең күпмелер ваҡыттан һуң азат ителеүенә юл ҡуйҙы. Ошо һорауҙы беҙ хоҡуҡ һаҡлаусыларға бирәбеҙ һәм был мәсьәлә менән етди шөғөлләнәбеҙ».
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә мутлашыусыларҙан зыян күргәндәрҙең өлөшө бөгөн 10 процентҡа етә. Был тема «2018 йылға күсә», уны республика ресурстары сығымдары менән хәл итергә тура килер.
«Беҙ быны нисек эшләргә кәрәклеген уйларбыҙ, сөнки әлегә аныҡ ҡына ҡарар юҡ. Ләкин халыҡҡа ошо мәсьәләне йырып сығырға вәғәҙә бирәм», — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостанда алданған өлөшсөләр проблемаһын нисек хаҡында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1096429-obmanutye-dolshchiki-bashkirii-dolzhny-poluchit-zhile-rustem-khamitov/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика