12:00 (UTC+5), 22 Декабря 2017

Башҡортостан тупланма бюджет килеме буйынса алдынғылар иҫәбендә – Рөстәм Хәмитов

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Кисә, 21 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, быйыл республика бюджеты профициты 5-8 миллиард һум тәшкил итәсәк – аныҡ сумма декабрь айындағы керем йомғаҡтары буйынса билдәле буласаҡ.
«Профицит — ул һәр саҡ файҙаланып бөтөлмәгән мөмкинлектәр. Был аҡсалар тейешле рәүештә файҙаланылһын ине. Улар яңы төҙөлөштәргә, объекттарға йүнәлтелгән. Төрлө сәбәптәр буйынса төҙөлөш комплексы ресурстарҙы беҙ теләгәнсә тулы күләмдә файҙаланманы. Был төҙөлөш комплексының үҙ мөмкинлектәрен артыҡ баһалауы хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ аҡсаны уңға һәм һулға таратып, быны котролдә тотмағандарҙан түгел. Киреһенсә, ресурстарҙы тотоноуҙы бик етди контролдә тотабыҙ. Бюджет – ул халыҡ аҡсаһы. Был «изге» аҡсалар һәм улар менән тулыһынса асыҡ, ғәҙел, хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн береһенә оят булмаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк».
Республика бюджеты социаль йүнәлешле, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Атап әйткәндә, мәғариф өсөн сығымдар — 35,5 процент (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә 13-сө урын), Мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаларынан тыш һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 8,2 процент тәшкил итә (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә 13-сө урын).
«Тупланма бюджет килеме буйынса беҙ һәр саҡ Рәсәй Федерацияһының 15 эре төбәге иҫәбендә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Халҡыбыҙҙа аҡса була башлауы хаҡында түләүле хеҙмәттәрҙең, ваҡлап һатыуҙың артыуы кеүек ситләтелгән билдәләр һөйләй».
2018 йылға бюджет тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1096378-bashkiriya-v-chisle-liderov-po-dokhodam-konsolidirovannogo-byudzheta-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика