05:30 (UTC+5), 21 Декабря 2017

Башҡортостан – электрон төрҙә хоҡуҡты теркәүгә ғаризалар һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе

БР буйынса Росреестр идаралығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың күсемһеҙ милек баҙарында 2015 йылдан башлап ипотека тураһында теркәү яҙмаларының, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуға теркәлгән килешеүҙәрҙең артыуы билдәләнә. Ошо хаҡта шаршамбы, 20 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы ҡармағындағы Йәмәғәт советы ултырышында ведомство етәксеһе Петр Клец белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ошо йылдың 11 айында 650 меңдән ашыу күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ, килешеү, хоҡуҡтарҙы сикләү теркәлгән. Республиканың Кадастр палатаһы филиалы менән берлектә идаралыҡ дәүләт кадастр иҫәбе буйынса 106 меңдән ашыу иҫәпкә алыу эше башҡарған.
2015 йылдан бирле Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы электрон дәүләт хеҙмәттәре алымдарын популярлаштырыу, атап әйткәндә – күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәү менән шөғөлләнә. Башҡортостан ағымдағы йылдың 11 ай йомғаҡтары буйынса электрон төрҙә хоҡуҡты теркәүгә ғаризалар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында өсөнсө урында тора.
Ултырыш барышында Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы ҡармағындағы Йәмәғәт советы ағзалары республикала ике маҡсатлы модель: «Ер участкаларына һәм күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡ теркәү» һәм «Ер участкаларын һәм күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә ҡуйыу» күрһәткестәренә өлгәшеү темаһын ҡуҙғатты. Башҡортостан 2017 йылда милек хоҡуҡтарын теркәү буйынса маҡсатлы модель күрһәткестәре тулы күләмдә үтәлгән 27 төбәккә инә. Һүҙ иҫәп-теркәү процедуралары буйынса документтар ҡабул итеү һәм биреү вәкәләтәрен Күп функциялы үҙәк офистарына тапшырыу хаҡында бара. Бөгөнгө көнгә был күрһәткес маҡсат итеп ҡуйылған 70 процент мәғәнәһендә 99 процентҡа еткән. Төбәк биләмәһендә документтарҙы электрон төрҙә тапшырғанда теркәү ваҡыты бер-ике эш көнөнә хәтлем ҡыҫҡарҙы, тип билдәләне Петр Клец.
http://www.bashinform.ru/news/1095668-bashkiriya-odin-iz-liderov-v-rf-po-kolichestvu-zayavleniy-na-gosudarstvennuyu-registratsiyu-prav-v-e/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика