06:00 (UTC+5), 21 Декабрь 2017

23 һәм 24 декабрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Ксения Калинина
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 һәм 24 декабрҙә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Өфөнөң бөтә райондарында ойоштороласаҡ йәрминкә майҙансыҡтарында республика етештереүселәренән ит, йәшелсә, бал һәм башҡа тауар һатып алырға мөмкин.
Шәмбе киләһе йәрминкә майҙансыҡтары эшләй:
— Дим районында — «Магнит» гипермаркеты алдында (Дағстан урамы,2);
— Калинин районында — Интернациональ урамында — Машина эшләүселәр урамы менән киҫелештә;
— Ленин районында — Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендә һәм Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;
— Орджоникидзе районында — Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
— Совет районында — Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.
Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре Киров районында (Эшсе хәбәрселәр урамы, 5) һәм Октябрь районында (Спорт һарайы алдындағы майҙанда), шулай уҡ Сипайловола ( Рыльский урамы буйлап аллеяла) эшләй.
Уҙған ял көндәрендә йәрминкәләрҙә Башҡортостандың 40 районы вәкиле өфөләргә үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ике көндә 97,5 тонна ит, 8,6 тонна ҡош ите һәм 2,7 тонна бал һатылған.
http://www.bashinform.ru/news/1095910-23-i-24-dekabrya-v-ufe-sostoyatsya-selskokhozyaystvennye-yarmarki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика