06:30 (UTC+5), 20 Декабря 2017

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн компенсация бүлде

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн 154,7 миллион һум бүлде. РБК-Өфө мәғлүмәте буйынса, Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, быйыл юҡҡа сыҡҡан уңыш өсөн 18 төбәк компенсация сифатында 1,4 миллиард һум ала.
Һүҙ 2017 йылдың йәйендә ауыл хужалығы етештереүселәренә «тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл» килтергән зыян тураһында бара. Башҡортостан төбәктәр өсөн иң ҙур сумманың береһен – 154,7 миллион һум ала. Республикабыҙҙан күберәк Мордовия ала – 283,2 миллион. Башҡортостандан һуң өсөнсө урында Калининград өлкәһе килә – 150,6 миллион.
Баҫма хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостан юҡҡа сыҡҡан уңыш өсөн икенсе компенсация ала инде. Август айында уҙған йылғы уңыш өсөн шундай уҡ түләү килде.
http://www.bashinform.ru/news/1095196-pravitelstvo-rossii-vydelilo-bashkirii-kompensatsiyu-za-pogibshiy-urozhay-2017-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика