Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2017, 11:00

Күҙәтеү органдарына «яза биреү» эш моделенән «төҙәтеүсе», «ярҙам итеүсе»гә күсергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» әғлүмәт агентлығы/. Кисә республика Хөкүмәте Йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағында контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышта 2017 йылда төбәктә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу йомғаҡтары һәм алдағы осорға бурыстар тикшерелде.
Контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген реформалау – ил етәкселеге билдәләгән стратегик йүнәлештәрҙең береһе, тип билдәләне республика етәксеһе.
- Был программаның төп маҡсаты – эшҡыуарлыҡҡа төшкән йөктө кәметеү, контроль-күҙәтеү функциялары менән етәкселек итеүҙең сифатын күтәреү. «Яза биреү» эш моделенән мөмкин тиклем «төҙәтеүсе», «ярҙам итеүсе»гә күсергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Контроль-күҙәтеү органдарының эше отчеттар күләме, тикшереүҙәр, бойороҡтар һаны, штрафтар суммаһы буйынса баһаланмаҫҡа тейеш. Граждандарҙың именлек, бизнес-процестарҙың сифат күрһәткестәренең ысынлап яҡшырыуы уның төп сифат күрһәткесенә әйләнергә тейеш.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, хәүеф-йүнәлеш алымына күсеү реформаның төп йүнәлеше булып тора. Тикшереүҙәр йышлығы һәм файҙаланмаған ресурстар кеше мөлкәтенә һәм һаулығына зыян килтереү хәүефе кимәленә ҡарата пропорциональ булырға тейеш.
- Эшҡыуарҙарҙың – кесе һәм урта предприятиеларҙың күбеһе түбән хәүеф категорияһына ҡарай, уларҙың эшмәкәрлеге етди хәүеф тыуҙырмай. Ғәҙәттәге тикшереүҙәр алымы ҡайһы берҙә был айырманы иҫәпкә алмай контролдәге һәр субъектты тәрән һәм ентекле тикшерә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәүеф-йүнәлеш алымы тәү сиратта кәрәк булған урындарҙы контролдә тоторға мөмкинлек бирә, шулай уҡ төрлө ведомстволарҙың функцияларына ҡабатланырға юл ҡуймай.
Боҙоуҙарҙы кисектереү һәм иҫкәртеү контролерҙар эшенең төп нигеҙе булырға тейеш, тип айырып әйтте Башҡортостан Башлығы.
- Булған хәлдән һуң зыян китереүҙе асыҡлау һәм ғәйеплеләрҙе язалау урынына эшҡыуарлыҡты оҙатыуға – консультация, системалы аудит үткәреүгә, дөйөм алғанда уны үҫтереүҙә ярҙам итеүгә баҫым яһарға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Быйыл сентябрҙә федераль кимәлдә Мотлаҡ талаптарҙы боҙоуҙы комплекслы иҫкәртеү стандарты раҫланды. Ул киләһе йылдан, ысынында иһә бер айҙан, бөтә ерҙә индерелә башлай. Күҙәтеү органдары үҙ ресурстарын фәһемле итеп бүлергә өйрәнергә, ә намыҫлы бизнес административ йөктөң кәмеүен тойорға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1095145-nadzornym-organam-nado-ukhodit-ot-karayushchey-modeli-raboty-k-korrektiruyushchey-pomogayushchey-rus/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: