07:30 (UTC+5), 20 Декабря 2017

Башҡортостанда урындағы гәзит-журналдар 15 миллион һум федераль субсидия алған

printselect.ru
printselect.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ағымдағы йылда муниципаль гәзиттәр һәм республика журналдары 15 миллион һум федераль субсидия алған. «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс һөҙөмтәләре буйынса 37 баҫма (бөтәһе 157) ярҙам алған. Иң ҙур субсидиялар: «Октябрьский нефтяник» гәзитенә — 1,6 миллион һумдан ашыу, Нефтекаманың «Красное знамя» гәзитенә – 1,35 миллион, «Стәрлетамаҡ эшсеһе»нә — 904 мең һум, татар телендә «Әллүки» балалар журналына — 837,2 мең, «Аҡбуҙат» журналына — 779 мең, «Яңауыл таңдары» гәзитенә — 671 мең һум бүленгән.
Федераль субсидия сығымдары отчет талап итә, уларҙы авторҙарға гонорарға, редакция һәм штаттан тыш хеҙмәткәрҙәргә түләүгә, ҡағыҙға һәм таратыуға йүнәлтелә. Субсидиянан алып түләнгән материалдар медиаплан тарафынан билдәләнгән социаль әһәмиәтле темаларға яҙылырға тейеш.
Дөйөм алғанда 2017 йылда федераль ҡаҙна киң мәғлүмәт сараларына ярҙамға 300 миллион һум бүлгән. 2018 йылда федераль субсидиялар күләме Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкләмәләрен үтәүгә 500 миллион һумғаса арттырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың апрелендә үткән Дөйөм халыҡ фронтының «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» медиафорумы йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығы киң мәғлүмәт сараларына ярҙамға, ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән 18 йөкләмәгә ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы сараларына өҫтәмә 87 миллион, Союз ветерандарына ярҙамға 10 миллион бүленгән.
2017 йылда урындағы киң мәғлүмәт сараларына республика субсидияһы күләме 295 миллион һум тәшкил итте.
http://www.bashinform.ru/news/1094836-v-bashkirii-mestnye-gazety-i-zhurnaly-poluchili-federalnye-subsidii-na-15-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика