09:30 (UTC+5), 20 Декабрь 2017

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙың төшөүе ихтимал

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙың төшөүе ихтимал. Ошо хаҡта шишәмбе көндө Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Марат Мансуров белдерҙе.
«Әлеге мәлдә беҙ уны тикшерәбеҙ. Республика Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкының үҙәк аппараты менән торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙы иҡтисади яҡтан төшөрөү мөмкинлеген өйрәнәбеҙ. Бындай мөмкинлек булғанда беҙ уны төшөрәсәкбеҙ, — тип хәбәр итте Марат Мансуров. — Әлеге ваҡытта торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы баҙар кимәленән түбәнерәк. Биш йыл буйына аҡса туплағандарға бер йылдан йылына 6 процент ставкаһы буйынса ипотека бирелә. Был бик уңайлы шарттар. Унда тағы ла бер күҙ ҡыҙҙырғыс мәл бар. Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар үҙенең йыйған аҡсаһына республика тарафынан өҫтәмә субсидия ала».
Алдан Башҡортостан Хөкүмәтендә программаны тормошҡа ашырыу шарттарын республика халҡы өсөн тағы уңайлыраҡ итеү тураһында белдерҙеләр.
«Ипотека кредиттары буйынса уртаса баҙар процент ставкаһының төшөүен иҫәпкә алыу менән торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында тейешле күрһәткестәрҙе 4-5 процентҡа саҡлы төшөрөү хаҡында ла уйланырға кәрәк», — тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2014 йылдың апрелендә Башҡортостанда төбәк торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы эшләй башланы.
Республика программаһының партнерҙары булып «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» (2015 йылдың мартынан) банктары сығыш яһаны.
Программаның шарттары буйынса, граждандар өс-алты йыл дауамында программа банктары-партнерҙарында торлаҡ төҙөлөшөнөң бер өлөшөн ҡаплау өсөн аҡса йыя. Программала ҡатнашыусының ай һайын индергән аҡсаһына республика ҡаҙнаһынан шул сумманан 30 процент күләмендә (айына өс мең һумдан күберәк түгел) премия өҫтәлә. Аҡса туплау осоро тамамланғандан һуң йылына 6-7 процент ставкаһы буйынса ташламалы кредит алырға мөмкин.
Йәйгеһен торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашҡан өс йыллыҡ аҡса туплау осорон тамамлағандар йылына 7 процент ставкаһы буйынса тәүге торлаҡ ипотека кредиты алды.
http://www.bashinform.ru/news/1094895-v-bashkirii-mozhet-byt-snizhena-stavka-po-programme-zhilstroysberezheniy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика