05:23 (UTC+5), 20 Декабрь 2017

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса иң бай һәм ярлы тармаҡтар — статистика

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат 2017 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында төбәктең төрлө тармаҡтарында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы буйынса мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте.
Статистар асыҡлауынса, Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр ала — айына уртаса 72 962 һум. Был 2016 йылдың ғинуар-октябрь айҙарына ҡарағанда 4,3 процентҡа аҙыраҡ.
Икенсе урында — ҡаҙылма байлыҡ сығарыу. Ошо өлкәлә уртаса эш хаҡы 49 388 һумдан ашыу йәки уҙған йылдың ғинуар-октябрендәге хеҙмәт хаҡы кимәленән 6 процентҡа күберәк.
Өсөнсө урынды «башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү» һәм «финанс һәм страховкалау эшмәкәрлеге» өлкәһендә эшләгәндәр биләй — 42 492 һәм 42 405 һум. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда эш хаҡы 16 һәм 7,5 процентҡа артҡан.
Уртаса хеҙмәт хаҡы 40 мең һумдан ашыуыраҡ булған өлкәләр: «Химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү» — 42 200 һум, шулай уҡ «Профессиональ, фәнни һәм техник эшмәкәрлек» — 41 188 һум.
Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы алған өлкәләр түбәндәгеләр: «Тире иләү һәм күн әйберҙәр етештереү» — айына уртаса 11 200 һум, «Йыһаз яһау» — 14 200 һум, «Урмансылыҡ һәм ағас ҡырҡыу» — 16 315 һум.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың ғинуар-октябрь айҙарында республикала хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларындағы уртаса эш хаҡы 29 362 һум тәшкил итте. Был 2016 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 6,6 процентҡа күберәк. Былтыр ошо осорға реаль хеҙмәт хаҡы 3,3 процент булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика