06:30 (UTC+5), 19 Декабря 2017

Өфөлә трамвайҙар һәм троллейбустарҙың хәрәкәте ҡасан тергеҙелеүе билдәле булды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яҡын көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында электр транспорты ҡайтанан йөрөй башларға тейеш. Өфөләге электр транспорты идаралығының Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы алдындағы бурысын ҡаплау буйынса мөмкин булған бөтә саралар ҡабул ителә, тип хәбәр итте Өфөнөң транспорт инфраструктураһына ҡыҫылышы булған сығанаҡ.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 15 декабрҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында йәнә трамвайҙар һәм троллейбустар йөрөмәй. Өфөләге электр транспорты идаралығының бурысы арҡаһында маршрут селтәре электр тәьминәтенән өҙөлгән.
23 ноябрҙән республиканың баш ҡалаһында электр транспорты инфраструктураһын энергия менән тәьмин итеүгә өлөшләтә сикләү индерелде. Ул саҡта Өфөләге троллейбустарҙың һәм трамвайҙарҙың эшен тәьмин иткән предприятиеларҙың электр менән ҡулланыуға бурысы 200 миллион һумдан артып китеүе билдәләнгәйне.
29 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә ҡаланың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөн хеҙмәтләндергән трамвайҙарҙың һәм троллейбустарҙың хәрәкәте тергеҙелгәйне, әммә, асыҡланыуынса, был оҙаҡҡа булмаған.
http://www.bashinform.ru/news/1094656-stalo-izvestno-kogda-v-ufe-vozobnovitsya-dvizhenie-tramvaev-i-trolleybusov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика