12:47 (UTC+5), 19 Декабря 2017

Өфөлә Халыҡ-ара конгресс бизнесы аҙналығын уҙғарыу ваҡыты билдәле булды

delovoy-kvartal.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Халыҡ-ара конгресс бизнесы аҙналығын (IMBW-2018) уҙғарыу датаһы билдәле булды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры бойороғона ярашлы, эшлекле туризм индустрияһын үҫтереүгә арналған сара 2018 йылдың 6-10 июнендә уҙа.
«Халыҡ-ара конгресс бизнесы аҙналығы тәү сиратта Рәсәй осрашыуҙар индустрияһында ҡатнашыусыларҙы ҡунаҡҡа саҡырыу һәм республиканың яҡшы яҡтарын — конгресс инфраструктураһын, үҙенсәлекле мәҙәниәтен, күркәм тәбиғәтен күрһәтеү мөмкинлеге менән мөһим. Форум саралар үткәреү өлкәһендә урындағы подрядсылар, конгресс майҙансыҡтары, ивент-компаниялар өсөн һөнәри имтихан буласаҡ», — тип иҫәпләй Башҡортостандың Конгресс-бюроһы директоры Николай Фадеев.
«Ошондай форматтағы сара булдырыу идеяһы күптән тыуҙы. Беҙ MICE-тармаҡтың һәм конгресс инфраструктураһының сифаты яғынан талаптарға яуап биргән төбәкте оҙаҡ эҙләнек. Өфөләге Конгресс-холл, уның амфитеатры, төбәктең бай, үҙенсәлекле мәҙәни ҡеүәте, халыҡ-ара ҡатнашлығында ҙур конгресс сараларын уҙғарыу тәжрибәһе 2018 йылда IMBW илдең ивент-индустрия баҙарында йылдың ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиғаһы булырына ышанысты арттыра», — тип һөйләне ойоштороу комитеты ағзаһы, MICE&more журналының баш мөхәррире Лина Москвина.
http://www.bashinform.ru/news/1094908-v-ufe-naznachena-data-provedeniya-mezhdunarodnogo-nedeli-kongressnogo-biznesa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика