06:30 (UTC+5), 18 Декабря 2017

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөн кесе эшҡыуарлыҡ тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тәьмин итә»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда иҡтисадта һәм социаль өлкәлә кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнөң артыуы билдәләнә. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.
- Дөйөм алғанда, теләгәнсә тиҙ түгел, әммә иҡтисадта һәм социаль өлкәлә эшҡыуарлыҡтың өлөшөн арттырыу йәһәтенән маҡсатлы хәрәкәт итәбеҙ. Бөгөн кесе эшҡыуарлыҡ дөйөм республика тауар әйләнешенең яртыһынан күберәген һәм тулайым төбәк продуктының яҡынса өстән бер өлөшөн тәьмин итә. Хеҙмәткәрҙең дүрттән бер өлөшө был өлкәлә мәшғүл, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йыл башынан кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны 4 меңгә – 140 меңгә хәтлем артты. Был тотороҡло үҫеш 2015 йылда уҡ билдәләнгәйне, йыл һайын 4-5 мең яңы бәләкәй компания өҫтәлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала 2030 йылға тиклемге осорға төбәктә Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһы раҫланды. Ул эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҫәбен һәм уларҙың әйләнешен, шулай уҡ иҡтисад өлкәһендә мәшғүл халыҡты арттырыуҙы күҙ уңында тота.
http://www.bashinform.ru/news/1093846-rustem-khamitov-malyy-biznes-segodnya-obespechivaet-okolo-treti-valovogo-regionalnogo-produkta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика