16:45 (UTC+5), 18 Декабрь 2017

Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар»ҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инде

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль өҫтөнлөклө проектын бойомға ашырыу рейтингында ун лидер иҫәбенә инде. Республика һигеҙенсе баҫҡысты биләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.
XI «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы майҙансығында рейтинг менән таныштырыу ойошторолдо. Юлсыларҙың эше бер нисә күрһәткес, шул иҫәптән проект офистары эшмәкәрлеге, сифат контроле, йәмәғәтселек менән хеҙмәттәшлек, матбуғатта яҡтыртыу буйынса баһаланды.
2017 йылда Өфө агломерацияһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан – 1 миллиард һум, республика ҡаҙнаһынан – 951,31 миллион һум, урындағы бюджеттан 51, 87 миллион һум аҡса бүленде.
87 объектта, шул иҫәптән 36 юл участкаһында һәм 51 юл хәрәкәтен ойоштороу объектында (юл билдәләрен, светофорҙар, ҡоймалар ҡуйыу) эштәр алып барылды.
2018 йылда Өфөлә 81 саҡрым оҙонлоҡтағы 51 урам-юл селтәре участкаһын ремонтлау ҡаралған. Киләһе йылда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙағы 16 объектта эштәрҙе башҡарыу бурысы тора.
2018 йылға программа менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының сайтында танышырға мөмкин, форумда ла йәмәғәт тикшереүҙәре үткәрелә, теркәлгәндән һуң комментарийҙар ҡалдырырға була.
http://www.bashinform.ru/news/1094138-bashkiriya-voshla-v-top-reytinga-regionov-po-realizatsii-bezopasnykh-i-kachestvennykh-dorog/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика