02:00 (UTC+5), 14 Декабря 2017

Өфөлә бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу уртаса – 10,5 мең һум

happymodern.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы бер йыл эсендә 3,8 процентҡа осһоҙайған һәм хәҙер уртаса 10,5 мең һум тәшкил итә.
Ил буйынса (аналитиктар Рәсәйҙә 300 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙағы хаҡтарҙы иҫәпкә ала) ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙар дөйөм алғанда 2,3 процентҡа арзанайған, уртаса ҡуртым хаҡы – 10 мең һум.
Әммә ҡыйбат ҡалаларҙа бәләкәй фатирҙарҙы ҡуртымға алыу ҡиммәтләнә генә. Мәскәүҙә майҙаны 32 квадрат метр тәшкил иткән фатирҙа айына 30 мең һумға йәшәргә мөмкин. Петербургта һәм Сочиҙа – 19,5 мең һумға. Симферополдә – 18,5 мең. Мәскәү өлкәһендә – 16,9 мең, Севастополдә – 16,5 мең һум.
Иң осһоҙ бәләкәй фатирҙар – Чебоксар, Ҡурған, Магнитогорск, Түбәнге Тагил, Череповец ҡалаларында (4,8 – 5,6 мең һум).
http://www.bashinform.ru/news/1092223-v-ufe-arenda-sredney-odnokomnatnoy-kvartiry-10-5-tysyach-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика