02:00 (UTC+5), 13 Декабрь 2017

Йылайырҙа һәм Баймаҡта яңы тегеү цехтары асыла

Йылайыр районы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Йылайырҙа һәм Баймаҡта «Колибри» тегеү предприятиеһының яңы цехтары асыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында. 2015 йылда асылған предприятие цехтарын Урал аръяғы ауылдарында урынлаштыра һәм урында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә ала. Етештереү биналары өсөн компания буш торған балалар баҡсаһы, мәктәп һәм башҡа социаль инфраструктура объекттарын йәлеп итәсәк. Инвестициялар биналарҙы төҙөкләндереүгә һәм йүнәтеүгә, коммуникациялар һуҙыуға йүнәлтелә.
Баҙарҙа ике йыл эшләп, компания 224 эш урыны булдырҙы. Ағымдағы йылдың декабрь айында Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында яңы цех асыла, унда тағы 44 хеҙмәткәр эшләйәсәк. 2018 йылда Баймаҡта 202 эш урынлыҡ цех асыу күҙалланған. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында (эшҡыуарлыҡҡа ойоштороу ярҙамын күрһәтеү өсөн ойошторолған) бизнес-план әҙерләнгән. Ул предприятиеға Хөкүмәт ҡарары сиктәрендә синтепон һатыу алыҡ буйынса сығымдарҙы ҡайтарырға ярҙам итәсәк. Баймаҡта ҙур цех асыу буйынса инвестиция проекты Башҡортостан Республикаһының Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1091555-v-zilaire-i-baymake-otkroyutsya-novye-shveynye-tsekha-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика