13:42 (UTC+5), 13 Декабрь 2017

Башҡортостандың 10 районында «тәгәрмәсле» магазиндар асыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандағы 10 районға алыҫта урынлашҡан һәм халыҡ аҙ йәшәгән тораҡ пункттарҙа сауҙа итеү өсөн тәғәйенләнгән автокибеттәрҙең асҡыстары тапшырылды.
«Тәгәрмәсле» магазиндар республиканың Архангел, Әлшәй, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарына юлланды.
«Төбәктә күсмә сауҙаны үҫтереү буйынса проект пилот режимында тормошҡа ашырыла, — тип хәбәр итте асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова. – Унда тәүгеләрҙән булып сауҙа хеҙмәтләндереүен ойоштороу мәсьәләһе киҫкен торған муниципалиттар ҡатнашты. Проектта ҡатнашыусыларҙы һайлап алғанда әлегә тиклем сауҙа нөктәләре булмаған тораҡ пункттарҙың 60% сикте артыуы төп шарт булып торҙо».
Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов фекеренсә, автокибеттәр эшләй башлау менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип көтөлә.
«Бүздәк районындағы 17 ауылда сауҙа нөктәләре юҡ ине, был — 680 кеше, — тип билдәләне ул. — Был иһә ауыл халҡының йәшәү сифатына бәйле ауырлыҡ тыуҙырҙы, улар кәрәкле тауарҙар артынан район үҙәгенә барырға мәжбүр булды».
Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автокибеттәрҙә халыҡты махсус әҙерләнгән маршрут һәм график буйынса хеҙмәтләндереү ҡаралған. Бының өсөн улар аҙыҡ-түлекте тейешле шарттарҙа һаҡларға мөмкинлек биргән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Күсмә сауҙаны үҫтереү буйынса проектты бойомға ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум аҡса бүленгән.
http://www.bashinform.ru/news/1091995-v-10-rayonakh-bashkirii-poyavilis-magaziny-na-kolesakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика