02:00 (UTC+5), 12 Декабрь 2017

Башҡортостанда ауыл хужалығы буйынса йәш белгестәргә ниндәй субсидиялар һәм ташламалар тәҡдим ителәсәк

inlotoshino.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса I форум даирәһендә ауыл хужалығы белгестәрен йәлеп итеү һәм беркетеү буйынса пландар билдәләнде. Хеҙмәт ресурстары темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы механизмына киләһе үҙгәрештәр индерҙе:
юғары белемле белгестәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе – 500 мең һумғаса, урта профессиональ белемле белгестәр өсөн 300 мең һумға саҡлы арттырыу;
эш биреүсенән уртаса айлыҡ эш хаҡын уртаса тармаҡ әһәмиәте кимәленән кәм итмәүен талап итеү;
муниципалитеттарға йәш белгестәргә ярҙам итеү программаһын булдырыуға йөкләмә биреү;
эш хаҡына 7000 һәм 4000 кимәлендәге айлыҡ өҫтәмәләрҙе бөтөрөү;
дәүләт ярҙамын алыусылар һанын 140 кешегә саҡлы кәметеү – юғары белемле 70 белгес һәм урта профессиональ белемле 70 белгес.
Был шарттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йәш белгестәрҙе тармаҡта нығытыу 2025 йылға тиклем 20 проценттан 50 процентҡа саҡлы артасаҡ тип күҙаллана, ә ауыл хужалығы предприятиеларында кадрҙар ағымы 20 проценттан уҙмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ағымдағы йылдың август айында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының киңәйтелгән кәңәшмәһендә йәш аграрийҙар өсөн дәртләндереү сараларын 500 мең һумға ҡәҙәр арттырырға тәҡдим итте.
http://www.bashinform.ru/news/1090803-kakie-subsidii-i-lgoty-predlozhat-molodym-spetsialistam-po-selskomu-khozyaystvu-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика