12:20 (UTC+5), 07 Декабря 2017

Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ иҫәптәрендә күпме аҡса тота: Милли банкта сумманы атанылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 1 ноябренә физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 347,5 миллиард һум тәшкил иткән. Йыл башына үҫеш темпы 103,1 процент булған.
1 октябргә республика халҡы банктағы иҫәбендә 349,8 миллиард һум аҡса тотҡан.
Йыл башында халыҡтың банктағы иҫәбендә 337 миллиард һум иҫәпләнгән.
Дөйөм алғанда, ноябрь башына физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 24 862,3 миллиард, 1 ғинуарға иһә 24 303,4 миллиард һум тәшкил иткән.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 62 кредит ойошмаһы эшләй. Был 1037 банк бүлексәһе тигән һүҙ. Төбәктә эшләгән банк бүлексәләренең һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика