04:30 (UTC+5), 06 Декабря 2017

Алыҫ барған поездарға билеттар 90 тәүлек алдан һатыла башлай

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәй тимер юлдары поездарға билеттарҙың 90 тәүлек алдан һатыла башлауы хаҡында белдерҙе. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һылтанып.
10 декабрҙән алыҫ барған поездарға һәм дәүләт эсендә йөрөгән тағылмалы вагондарға 90 тәүлек алдан билеттар һатыла башлай. Билетты тимер юл кассаларында һәм Рәсәй тимер юлдарының рәсми сайтында алырға мөмкин.
Рәсәй тимер юлдары етәкселеге фекеренсә, был сара пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға һәм ташыу уңайлығын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Әлеге ваҡытта алыҫ барған поездарға билеттарҙы 60 көн алдан алырға мөмкин. 2016 йылғаса билетты резервта һаҡлау ваҡыты 45 тәүлек тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика