10:30 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Олег Байдин Өфөнөң баш архитекторы итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Конкурс һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса алдан «Генпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры вазифаһын биләгән Олег Байдин Өфөнөң баш архитекторы итеп тәғәйенләнде.
Өфөнөң баш архитекторы вазифаһына 10 кеше дәғүә итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы конкурста ҡатнашыу өсөн документтарға ҡаланың архитектура үҫеше һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге буйынса тәҡдимдәр өҫтәне.
Конкурс ике этаптан торҙо. Беренсе этапта тармаҡ ҡануниәтен белеүгә тест үткәрелде. Икенсе этап – һәр дәғүәсе менән шәхси әңгәмә.
Еңеүсене конкурс комиссияһының бөтә ағзалары тауыш биреп һайланы.
Элекке баш архитектор Илдар Ибраһимов 10 октябрҙә эшенән китте. Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе үҙ теләге буйынса эштән китергә ғариза яҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика