06:57 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына ҡарата программа сиктәрендә ауыл клубы төҙөкләндерелде

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Дүртөйлө районының Семилетка ауылында капиталь ремонттан һуң күптән көтөлгән Мәҙәниәт йорто асылды. Ул «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы объекттары исемлегенә инде.
Мәҙәниәт йортонда ҙур эштәр башҡарылған: уның ҡыйығы алмаштырылған, фасады яңыртылған, биләмәгә асфальт түшәлгән, бинаға ингән ерҙә тротуар плитәһе һалынған. Объектты төҙөкләндереү өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 100 миллион һум самаһы аҡса тотонолған, тип хәбәр итә республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Яңыртылған Мәҙәниәт йорто тамашалар һәм клуб зонаһына бүленгән. Спорт сараларын уҙғарыу өсөн спорт залы ҡаралған. Тиҙҙән ауыл клубында Дүртөйлө балалар художество мәктәбе филиалы, китапхана асыла. Киләсәктә Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе филиалын асыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика