11:54 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөгән предприятиелар мөлкәткә һалым буйынса льготаға эйә булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә договор һәм концессия килешеүҙәре төҙөгән ойошмалар өсөн мөлкәткә һалым буйынса нуль ставкаһын билдәләне. Шул иҫәптән 2017 йылда башланған биш проект, уларҙың дөйөм суммаһы 34 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Улар — Мишкә районында ололар өсөн пансионат, Көнсығыш сығыу юлын төҙөү, Бөрөлә, Октябрьскийҙа һәм Федоровка районында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә концессия килешеүҙәре.
Бынан тыш, норматив-хоҡуҡи акттар республика һалым ҡануниәтендәге башҡа үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота. 100 миллион һумдан алып өҫтөнлөклө инвестиция проекттары өсөн һалым осоро өс йылға тиклем арттырыла. Шулай уҡ инвестиция күләме 5 миллиард һумдан ашыу булған өҫтөнлөклө инвестиция проекттары буйынса һалым льготалары күләмен билдәләгәндә капиталь һалыуҙарҙы раҫлау ваҡыты үҙгәртелде. Хәҙер был осор элек билдәләнгән өс йыл урынына 5-10 йыл тәшкил итә.
Закон 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә, тип хәбәр иттеләр республика Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика