09:07 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Ҡайҙа эш табыуы еңелерәк: төбәктә һөнәри өлкәләр исемлеге төҙөлдө

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. HeadHunter эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү порталы Башҡортостандағы вакансияларҙы һәм резюмеларҙы тикшереп, эш табыуы еңелерәк булған 5 һөнәри өлкәнең исемлеген төҙөгән.
«Тикшеренеү барышында асыҡланыуынса, йыл аҙағына бер вакансияға конкурс 6,6 резюмеға еткән. Был эш эҙләүселәр араһында конкуренцияның юғары булыуы хаҡында һөйләй: кандидаттарға эш табыуға ҡарағанда, эш биреүсегә хеҙмәткәр табыуы еңелерәк. Башҡортостанда «Консультация биреү» һәм «Страховкалау» (бер тәҡдимгә 0,7 резюме тура килә), «Инсталляция һәм сервис» (1,3), «Эшсе персонал» (1,9) һәм «Автомобиль бизнесы» (2) өлкәләрендә эш табыуы еңелерәк, — тине HeadHunter Башҡортостан порталының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙуллина. — «Дәүләт хеҙмәте» (бер урынға 17,3 дәғүәсе), «Сеймал табыу» (17,2), «Бухгалтерия, идара итеү иҫәбе» (10,3), «Юристар» (10,3) һәм «Карьераны башлау, студенттар» (10,3) тармағында эш эҙләгән кандидаттарға ауырғараҡ төшә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика