12:15 (UTC+5), 04 Декабря 2017

Өфөлә шыршы баҙарҙарының ҡасан эшләй башлаясағы билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 10 декабрҙән баш ҡалала шыршы баҙарҙары эшләй башлай. Дөйөм алғанда, 92 һатыу нөктәһендә, Өфөнөң барлыҡ райондарында сауҙа итеү күҙаллана.
Шыршы баҙарҙарының адрестары менән Өфө хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
Яңы йыл шыршыһын һатып алыуға иғтибарлы ҡарарға кәрәк. Белгестәр шыршы һайлағанда уның ботағын бөгөп ҡарарға тәҡдим итә. Әгәр ул еңел бөгөлә һәм өҫтәүенә шытырлай икән, тимәк, ағас ҡоро һәм тиҙ ҡойола тигән һүҙ. Яҡшы шыршының ботаҡтары һығылмалы, һындырыуы ауыр. Шулай уҡ «сәләмәт» шыршының энәләре сағыу йәшел төҫтә һәм олоно ҡалын булырға тейеш.
Бынан тыш, шыршы энәләрен уста ышҡығанда, шунда уҡ ылыҫ еҫен һиҙергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика