10:42 (UTC+5), 04 Декабрь 2017

2018 йылда Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр: йылытыу – 5,26%, һыу менән тәьмин итеү — 6,06%, һыу бүлеү 14,09% ҡиммәтләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 2018 йылдың 1 июленән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта. Ил хөкүмәте бойороғона ярашлы, республикала түләү ҡағыҙындағы дөйөм сумма уртаса 5,9 процентҡа ҡиммәтләнә. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Эмилия Абдуллина һөйләне.
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә газ менән тәьмин итеү уртаса 3,4%, электр менән тәьмин итеү – 5%, йылытыу – 5,26%, һыу менән тәьмин итеү — 6,06%, һыу бүлеү 14,09% арта.
Законға ярашлы, республикала муниципалитеттар буйынса тайпылыштар 2,5% артмаҫҡа тейеш. Йәғни Башҡортостандың күпселек тораҡ пункттарында коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм хаҡ 8,4% (5,9% + 2,5%) артмай. Ләкин ҡағиҙәнән ситләшеү осраҡтары ла бар: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә концессия килешеүҙәрен һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда төбәк етәксеһе бойороғо менән ҡайһы бер муниципалитеттарҙа сикке индекстың артыуы мөмкин. Шулай итеп, 2018 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡтар Бәләбәй районында – 8,5%, Шишмәлә – 9,21-11,89%, Мәләүездә – 10,83%, Дүртөйлө ҡалаһында – 12%, Ҡыйғыла – 12,6%, Баймаҡ, Ғафури, Өфө райондарында, Салауатта, Ишембайҙа һәм Өфөлә – 12,8%, Бөрөлә – 13,45%, Күмертауҙа – 14%, Тәтешле районында – 14,17%, Сибайҙа – 14,2%, Учалы ҡалаһында – 14,9%, Яңауылда – 14,95%, Октябрьскийҙа 19% арта. Был һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү өлкәһендә инвестиция программаларын, йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә концессия килешеүҙәрен бойомға ашырыуға бәйле.
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты иҫәпләүҙәренә ярашлы, июлдә хаҡтар артҡас, Өфөлә ике кешенән торған ғаилә майҙаны 60 квадрат метрлыҡ фатирҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн уртаса 5012,92 һум түләйәсәк, был әлегеһенә ҡарағанда 256,53 һумға күберәк. Шулай итеп, чиновниктар фаразы буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләү 5,39% арта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика