13:20 (UTC+5), 01 Декабрь 2017

Рөстәм Хәмитов дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документҡа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен күтәреү маҡсатында ҡул ҡуйылған.
Указға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан төбәктәге дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең (240 мең кеше) эш хаҡы дүрт процентҡа арта. Был мәғариф, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, спорт, йәштәр сәйәсәте, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, ауыл һәм урман хужалығы, ветеринария өлкәһендәге дәүләт һәм муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең бөтә категорияларына ҡағыла.
Указды тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле аҡса Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға бюджетында һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона ҡаралған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика