07:27 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Республикала туристик бренд әҙерләйҙәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 2018 йылда Башҡортостандың үҙенең туристик бренды барлыҡҡа килергә тейеш. Эштәрҙе 30 мартҡа тиклем тамамлау ҡаралған. Заказды башҡарыусы алдында баҙарҙы, маҡсатлы аудиторияны һәм башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен тикшереү, һорау алыуҙар үткәреү һәм шунан һуң ғына образды һүрәтләү маҡсаты ҡуйылған. Туристик брендты әҙерләү республикаға 2,7 миллион һумға төшә, уның менән Өфөләге Paradox Box брендинг компанияһы шөғөлләнә. Сит илгә сығарыу өсөн логотип һәр йүнәлеш өсөн айырым ҡарала.
«Беҙ маҡсатлы аудиторияны тикшерергә ниәтләйбеҙ – биләмәнең үҙенсәлеген, туристарға нимә тәҡдим итә алыуыбыҙҙы, уларҙы нисек йәлеп итергә мөмкин икәнлеген аңларға кәрәк. Берҙәм концепция, платформа төҙөү, уның нигеҙендә берҙәм визуаль образ булдырыу талап ителә. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе туристик бренд маҡсатына ғына яуап бирмәүе лә мөмкин. Беҙҙең алда ундай бурыс ҡуйылмай, ләкин туристарҙан тыш, инвесторҙарҙы ла йәлеп иткән биләмә образын тыуҙырыу ҡыҙыҡлы булыр ине», — тине Paradox Box компанияһының арт-директоры, «Брендинг» категорияһында Forbes рейтингы эксперты, Юғары брендинг мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Байбурин.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һүҙҙәренсә, туристик брендты әҙерләү эске баҙарҙа туристар ағымын 15-25 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә.
«Беҙгә туристар килә алыр ине, әммә уларға республика хаҡында мәғлүмәт етешмәй. Башҡа төбәктәр миҫалында күреүебеҙсә, туристик бренд һәм төбәк брендының тап килмәүе лә мөмкин», — тине Вячеслав Ғиләжетдинов.
Башҡортостанда биләмәләр брендингы өҫтөндә эштәр нисек бара, республикалағы ниндәй ҡалаларҙың брендтары бар һәм улар ни өсөн кәрәк – ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика