02:00 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Рәсәй тимер юлдарында Өфөләге тимер юл вокзалын яңыртыуҙы тамамлау ваҡытын атанылар

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләге тимер юл вокзалы реконструкцияһы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамлана. Был турала Мәскәүҙә III Тимер юл съезында «Башинформ» агентлығына «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тимер юл вокзалдары дирекцияһы етәксеһе Виталий Вотолевский белдерҙе.
«Республика халҡы борсолмаһын. Ҙур ышаныс менән яуап бирәм: байрамға бөтәһен дә тамамларбыҙ, бөтәһен дә эшләрбеҙ. Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы яңыртыу стадияһы проекты «Рәсәй баш дәүләт экспертизаһы» федераль автономиялы учреждениеһы тикшереүендә.
Киләһе йылдың беренсе кварталында бөтә иҫкәртмәләрҙе алырға һәм төҙөлөштө яңыртырға күҙаллайбыҙ. Әйткәндәй, был объект буйынса ҡабаттан экспертиза үткәнгәсә унда аҡрынлап эштәр бара. Тағы бер ҡат билдәләп үтәм: Өфөләге тимер юл вокзалын яңыртыуҙы республиканың 100 йыллығына тамамларбыҙ», — тине Виталий Востолевский. Проекттың яҡынса смета хаҡы хәҙерге хаҡтар кимәлендә 1,045 миллиард һумдан арта.
Өфөләге тимер юл вокзалы бинаһын яңыртыуҙың беренсе этабына ҡала яғынан инеү урынында дүрт пандус ҡуйыу, һәр ҡатта, шул иҫәптән инвалидтар өсөн дә бәҙрәф бүлмәләрен эшләү, һыу тәьминәте селтәрен һәм ямғыр һыуы канализацияһын монтажлау инә.
Икенсе этап йәйәүлеләр тоннелен, 2-се һәм 3-сө пассажирҙар платформаларын яңыртыуҙы күҙаллай.
Өсөнсө этапта йәйәүлеләр тоннелен оҙайтыу һәм дүртенсе яңы пассажирҙар платформаһын төҙөү күҙаллана.
«Республика тышҡы селтәрҙәргә аҡса һалырға вәғәҙәләне. Шул иҫәптән һыу тәьминәте, канализация үткәреү менән бәйле селтәрҙәргә, сөнки бер нисә селтәр тимер юл вокзалында ғына түгел, бөтә райондағы эште лә тәьмин итә. Инвестор табылһа, рәхим итегеҙ. Беҙ ихлас ҡаршы алабыҙ», — тип өҫтәне Виталий Вотолевский.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика