07:13 (UTC+5), 29 Ноября 2017

«Оливье» салаты ҡиммәтләнеүенең сәбәбе — картуф

nesekret.net
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Статистар рәсәйҙәр өсөн «оливье» салатының 1,2 процентҡа ҡиммәтләнеүенең сәбәбен төп ингредиенттарға хаҡтарҙың күтәрелеүе менән бәйләй. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, айырыуса картуфҡа хаҡтар ныҡ артҡан.
2016 йылда дүрт кешегә «оливье» әҙерләү өсөн аҙыҡ-түлектең хаҡы 308 һум булһа, быйыл салат 311,8 һумға төшә. Салат өсөн кәрәкле продукттарҙан айырыуса картуф ҡыйбатланған — 9,4 процентҡа, бешкән колбаса иһә 3,1 процентҡа. Ә бына йомортҡа 12,6 процентҡа арзанайған, тип хәбәр итә ТАСС.
Чукоткала йәшәүселәр дүрт кешелек «оливье» салаты өсөн 526,3 һум түләргә тейеш, иң осһоҙ салатты Ҡалмыҡстанда әҙерләргә мөмкин — 229,5 һумға.
Яңы йыл өҫтәлендәге тағы бер традицион ризыҡ — тун аҫтындағы селедка — 0,86 процентҡа, 152,5 һумға тиклем арзанайған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика