05:30 (UTC+5), 28 Ноября 2017

Башҡортостан өс балалы ғаиләләргә ярҙамға федераль ҡаҙнанан аҡса ала

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан демографик хәлде яҡшыртыу өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса аласаҡ төбәктәр исемлегенә инде. Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ул ҡуйҙы. Финанс саралар демографик хәле насар булған төбәктәргә 2018 йылда өсөнсө йәки унан һуңғы бала тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә мөмкинлек бирәсәк, тиелә Министрҙар кабинеты сайтында. 2013-2017 йылдарҙа Программала дөйөм тыуым коэффициенты Рәсәй буйынса уртаса мәғәнәнән түбәнерәк булған (2016 йылда – 1,762) төбәктәр ҡатнашты, ә 2018 йылдан Программала был күрһәткес мәғәнәһе 2-нән артмаған Федерация субъекттары ҡатнаша ала.
Ошо критерийҙарға ярашлы, Рәсәй Хеҙмәт министрлығы 2018 йылда Программала ҡатнашыу өсөн Федерация субъекттарын һайлап алған. Ҡабул ителгән бойороҡ менән 2018 йылда өсөнсө йәки унан һуңғы бала тыуыу менән бәйле ғаиләләргә айлыҡ аҡсалата түләү ярҙамы буйынса сығым йөкләмәләре өҫтөмә финансланасаҡ субъекттар исемлеге раҫланған.
Был исемлеккә Федерацияның 60 субъекты ингән (2017 йылда – 50, 2016 һәм 2015 йылдарҙа – 53, 2014 йылда – 51, 2013 йылда – 50).
2018 йылда проектты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк буласаҡ дөйөм салар күләме 48,9 миллиард һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 18,5 миллиард һум – федераль ҡаҙнанан һәм 30,4 миллиард һум – Федерация субъекттары ҡаҙналарынан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика