Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2017, 07:40
Төбәктә Үзбәкстандан килгән йөндө бешмә ауырыуына тикшерәләр
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда белгестәр Үзбәкстандан килгән һарыҡ йөнөн тикшерә. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы менән берлектә Башҡортостан Таможняһы белгестәре 20,662 тонна йыуылған һарыҡ йөнө партияһын ҡараған һәм теркәгән. Ул Башҡортостанға «Йөн индустрияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нужаһы өсөн Үҙбәкстандан килтерелгән.
Сеймал ауыл хужалығы малдарының киҫкен йоғошло инфекция ауырыуҙары, шул иҫәптән һуңғы бер йылда бешмә ауырыуы буйынса имен ерҙән сәләмәт малдарҙан алынған. Илтеү алдынан йөн эҫе һыуҙа йыуылған һәм пресс менән баҫылған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтендә.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте
бешмә ауырыуы
Читайте нас: