01:30 (UTC+5), 27 Ноября 2017

Башҡортостанда «Урал батыр» радио башняһы асылды

pikabu.ru, Лилиә Нуретдинова
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Белорет районында рәсми рәүештә «Урал батыр» радио башняһын астылар. Уны кәрәҙле операторҙар үҙ станцияларын ҡуя алһын һәм тирә-яҡ биләмәне, шул иҫәптән «Ирәмәл» тәбиғәт паркын элемтә менән тәьмин итеү өсөн «СпутникТелеком» компанияһы төҙөнө. Башняны МТС һәм «Мегафон» элемтә операторҙары ҡуртымған алған да инде. Ул 30 саҡрымды ҡаплай. Белорет районының өс тораҡ пунктында – Николаевка, Мәхмүт, Черный ключ ауылдарында йәшәгән 400-гә яҡын кеше ниһәйәт мобиль элемтә менән ҡуллана ала.
Башня тауҙың төньяҡ битен элемтә менән тәьмин итмәй.
«Был ерҙә элемтә булдырыуҙың төп өҫтөнлөгө – туристарҙың хәүефһеҙлеге һәм урындағы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу», — тип билдәләне республиканың экология министры Илдар Һаҙыев. — «Кәрәҙле элемтәнең булыуы ҡотҡарыусыларҙың эшен еңеләйтәсәк, ә ял итеүселәргә дуҫтары һәм таныштары менән аралашырға, интернет мөмкинлектәре менән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк».
Парк дирекцияһының мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан «Ирәмәл»дә 22 мең турист булған, ә яңы йыл каникулдарында 1,5 меңдән ашыу кешенең булыуы көтөлә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика