10:35 (UTC+5), 27 Ноябрь 2017

Башҡортостан Испанияла эшлекле туризм күргәҙмәһендә төбәктең конгресс ҡеүәте менән таныштыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 28-30 ноябрҙә Испанияның Барселона ҡалаһында конгресс сараларын ойоштороу буйынса IBTM World ҙур халыҡ-ара форум һәм күргәҙмә ойошторола. Уның төп тематикаһы — эшлекле саралар, конференциялар, семинарҙар, корпоратив туризм һәм эшлекле осрашыуҙар ойоштороу. Йыл һайын унда төрлө илдәрҙән осрашыуҙар индустрияһы лидерҙары, милли туристик ойошмалар ҡатнаша.
Быйыл күргәҙмәлә тәүге тапҡыр Рәсәй стенды тәҡдим ителде. Унда Рәсәй осрашыуҙар индустрияһының лидер төбәктәре: Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Татарстан, Свердловск, Тула һәм Калининград өлкәләре бар.
Башҡортостан Рәсәй экспозицияһы экспоненты сифатында тәүгә сығыш яһай. Делегация етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов һүҙҙәренсә, төбәктең ошондай әһәмиәтле халыҡ-ара сарала ҡатнашыуы – сифат билдәһе һәм Башҡортостандың конгресс эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштар күрһәткесе. «Башҡортостанды Russia Open to the World стендына саҡырыу – республикабыҙҙың конгресс инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәрен, 2021 йылда «Апимондия» күргәҙмәһен һәм бөтә донъя умартасылар конгресын уҙғарыуға ғаризаның еңеүен таныу ул. Рәсәй осрашыуҙар индустрияһының көслө лидер төбәктәре менән бер рәттән илдең коллектив стендында ҡатнашыу Башҡортостандың эшлекле туризм өлкәһендә Рәсәйҙең ун йүнәлеше иҫәбенә инеүенә дәлил булып тора», — тип иҫәпләй Руслан Мирсаяпов.
Уның фекеренсә, ошондай ҙур сарала ҡатнашыу төбәктең шәхси ҡеүәтен күрһәтеүҙән тыш, донъяла осрашыуҙар индустрияһын үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәрен яҡшыраҡ белергә мөмкинлек бирә. Республика делегацияһы партнерҙар менән берлектә стенд эшенең эшлекле программаһы сиктәрендә түңәрәк өҫтәл уҙғарыу планлаштырған. Фекер алышыуға Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге ҙур компания, MICE-агентлыҡ вәкилдәре саҡырылған, тармаҡтағы киҫкен мәсьәләләрҙе тикшереү, шулай уҡ 2018 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара тармаҡ сараһы тураһында белдереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика