Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2017, 07:00

10 айҙа Башҡортостан ҡаҙнаһына яҡынса 159 миллиард һум ингән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тупланған бюджетҡа йыл башынан алып 10 ай эсендә 159 миллиард 450,9 миллион һум ингән – был уҙған йылдың 10 айына ҡарағанда 5,6 процентҡа кәмерәк.
Ҡаҙна тултырыуҙың төп сығанаҡтары булып һалым тора, быйыл уларҙы йыйыу артҡан. Бушлай керем (күбеһенсә федераль ҡаҙна ярҙамы) 29 миллиард 227,2 миллион һум тәшкил иткән. Был сумма былтырғынан яҡынса 1,5 миллиард һумға күберәк.
Физик берәмектәрҙең килеменән ингән (НДФЛ) саралар күләме – 38 миллиард 589,4 миллион һум. Шул саҡлы ойошмалар табышына һалым килтергән – 38 миллиард 344,2 миллион һум. Акциздар (алкоголгә, тәмәкегә, автомобилгә, яғыулыҡҡа) – 17 миллиард 025,2 миллион һум, милеккә һалым – 15 миллиард 411,4 миллион, дөйөм килемгә һалым 6 миллиард 707 миллион һум йыйырға мөмкинлек биргән.
Дәүләт һәм муниципаль ҡарамағында булған милек менән ҡулланыуҙан керем 7 миллиард 397,3 миллион һум (дөйөм сумманан 5,7 процент) тәшкил иткән.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: