09:30 (UTC+5), 22 Ноября 2017

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1,585 миллион тоннанан ашҡан

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1 585 578 тоннаға еткән. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы гектарынан 307 центнер.
Татлы тамыраҙыҡ уңышы буйынса алдынғыларҙа – Өфө һәм Саҡмағош райондары – һәр гектарҙан – 400 һәм 383 центнер.
Бөтәһенән дә күберәк уңышты Благовар районы сөгөлдөрсөләре йыйған – 220 мең тонна самаһы. Алған уңышты шәкәр заводтарына иң күберәге Бүздәк районы хужалыҡтары оҙатҡан – 157 мең тоннанан ашыу.
Республика аграрийҙары шәкәр заводтарына йәмғеһе 1, 044 миллион тонна сөгөлдөр тапшырған. Әлеге ваҡытта уларҙың 756 мең тоннанан ашыуы эшкәртелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы буйынса Волга буйы федераль округының өс алдынғы төбәгенә ингән һәм илдә 11-се урында тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика