11:00 (UTC+5), 22 Ноября 2017

Башҡортостанда халыҡ һаны 0,13 процентҡа кәмегән

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда халыҡтың дөйөм һаны бер аҙ кәмегән (0,13 процентҡа). Ҡала халҡы өсөн үҫеш хас булһа (2010 йылда халыҡ иҫәбен алғандан һуң 2017 йылға 2,3 процентҡа артҡан), ауылда иһә, киреһенсә, кәмей (3,9 процентҡа). Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов төбәк Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә демографик хәлдең төп йүнәлештәрен билдәләне. Ғалим фекеренсә, йәш, эшкә һәләтле кешеләр ҙур ҡалалар эргәһендә урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәй.
Алыҫ, ауыл муниципалитеттарында халыҡтың китеүе күҙәтелә, йәштәр аҙая һәм ҡарттар күбәйә. Шуның менән бергә халыҡтың үлем динамикаһында ыңғай тенденция билдәләнде. Шулай уҡ көтөлгән ғүмер оҙайлығының артыуы дауам итә.
Күрһәткесте арттырыу өсөн төп резерв – эшкә һәләтле йәштә үлемде кәметеү. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,5 йәшкәсә етһен өсөн эшкә һәләтле йәштә үлемде 100 мең халыҡҡа яҡынса 400 кешегә тиклем кәметергә кәрәк.
Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты билдәләүенсә, республикала ваҡытлыса хеҙмәт миграцияһы арта. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылдан 2016 йылға тиклем үҫеш 113 меңдән 148 мең кешегә тиклем тәшкил итте. Социологик мәғлүмәттәргә ярашлы, «вахтовиктар» араһында ауыл халҡы – 70 процент, маятниклы мигранттар араһында (ауылда йәшәйҙәр, ҡалала эшләйҙәр) – 80 процент.
«Республикала йәштәрҙең мәғариф (белем алыу) миграцияһы мәсьәләһе киҫкен тора, – тине Әлфис Ғаязов. – Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән алмашыу һөҙөмтәһендә миграция иҫәбенә кәмеүҙең яртыһы тиерлек мәғариф (белем алыу) миграцияһына бәйле».
Йыл һайын республиканың дөйөм миграция үҫешен 400 кешегә арттырыу күҙ уңында тотола (2020 йылға үҫеш 1500 кешегә етергә тейеш).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика