07:31 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Башҡортостанда 11 кинозал һанлы йыһазландырыуға аҡса аласаҡ

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда алты муниципалитеттағы 11 кинозал һанлы ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн федераль бюджеттан дөйөм суммаһы 54 миллион һумлыҡ субсидия аласаҡ. Улар — Ишембайҙағы алты кинозал: «Вита» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өс, «Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике, Ҡала мәҙәниәт һарайында бер кинозал; Салауатта «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге; Яңауыл районының Йәштәр һарайы; Үрге Йәркәй ауылының мәҙәниәт бүлеге; Ҡариҙел ауылының мәҙәниәт йорто; Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы. Бер кинозалға уртаса 4,9 миллион һум тура килә.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был — Бәләкәй ҡалалаларҙа (500 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән) кинотеатрҙарға булышлыҡ итеү буйынса кино фонды конкурсы һөҙөмтәләре. Программаның төп бурысы — кинотеатрҙар булмаған тораҡ пункттарҙа кинозалдар асыу. Илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәтеү ҡайтанан йыһазландырылған кинозал өсөн төп шарт булып тора. Уларҙың кинопрокатта күләме 50 проценттан ашыу тәшкил итергә тейеш.
2015 һәм 2016 йылдарҙа Башҡортостанда 14 кинозал дәүләт ярҙамы алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика