04:00 (UTC+5), 20 Ноябрь 2017

Рөстәм Хәмитов: «Кооперация – изге, ҡыҙыҡлы эш»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кооперацияны үҫтереү йылдам хеҙмәт етештереүсәнлеге шарттарында ауыл халҡын эш урындары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында әйтте.
- Хөкүмәт үҙе өсөн төп темаларҙың береһе сифатында кооперацияны алды. Беҙҙең проблема: беҙгә ауыл халҡын мауыҡтырырға кәрәк. Унан халыҡ күпләп китә. Ауыл еренән кешеләр йә төньяҡ биләмәләргә китеп, унда ауыр шарттарҙа эшләй, һаулыҡтарын юғалта йәки ҡалаларға ынтыла. Ауылдағыларҙы эш урындары менән тәьмин итеү мөһим, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн элек 10 трактор эшләгән ерҙә – берәүһе, биш комбайндың берәүһе генә эшләй. Эшсе ҡулдар бушатыла. Хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуы аңлашыла һәм бушаған ҡулдарҙы мәшғүл итергә кәрәк. Кешеләрҙе эшкә урынлаштырыуҙың беренсе һәм төп нигеҙе – кооперация өсөн шарттар булдырыу. Өс-биш кеше бергәләп аҙаҡҡы продукцияны етештерә, баҙарға сығара. Беҙгә был эште алға этәрергә кәрәк.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, донъя иҡтисадында кооперация бик мөһим урынды биләй, унан да бигерәк, ауыл хужалығында йәки сәнәғәт етештереүендә генә түгел, ә социаль өлкәлә лә. Был тәү сиратта кооперативта ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә йүнәлтелгән заманса эшмәкәрлек формаһы. Шул уҡ ваҡытта кооператив хәрәкәтенең нигеҙҙәре Рәсәйҙә 100 йыл элек һәйбәт үҫешкән булған, әммә 1917 йылғы революциянан һуң төрлө сәбәптәр буйынса был форманан баш тартҡандар.
- Кооперация – бик изге, ҡыҙыҡлы, яҡшы эш. Был теманы үҫтерәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ресурстар йүнәлтергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Бөгөн ауыл хужалығында ошо юҫыҡта микропредприятиелар булдырыуға йүнәлтелгән ҙур программа бар. Унда алты-ете кеше эшләһә лә, улар үҙҙәрен, ғаиләләрен туйҙыра, беҙҙең өсөн кәрәкле һәм мөһим продукт та етештерә.
Республикала уңышлы эшләүсе кооператив миҫалында Башҡортостан Башлығы Ауыл хужалығы хеҙмәткәре көнөнә арналған күргәҙмәлә тәҡдим ителгән продукцияны атаны.
- Беҙҙә күпме яҡшы, сифатлы фермер продукцияһын етештереүселәр барлығы менән хайран ҡалдым. Шул тиклем күп сорт төрҙәрен, һөт, ит аҙыҡ-түлеген бер ҡасан да күргәнем булманы. Былар бөтәһе лә матур, тәмле. Бөтәһен дә тәтеп ҡараһы килә. Бер бәйләм визит карточкаларын йыйҙым. Хәҙер эксперимент сифатында улар етештергән продукцияны һатып алырға теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең ябай кешеләр кооперацияға йыйылып, сырҙар етештерә, был сырҙарҙың төрлөлөгө ғәйәт ҙур. 30 һыйыр һәм 50 кәзә тотҡан фермерыбыҙ 15-20-шәр сыр төрөн етештерә алалыр тип уйламағайным. Ә ул сығара, эшләй. Тимәк, был өлкәлә беҙ дөрөҫ юлда.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика