12:25 (UTC+5), 20 Ноябрь 2017

Башҡортостанда федераль проектҡа ярашлы 350 ихата төҙөкләндерелгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 декабргә тиклем Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана. Был хаҡта төбәк хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин белдерҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда күләмле проектты тормошҡа ашырыу өсөн быйыл федераль ҡаҙнанан — 856 миллион, республика бюджетынан 175 миллион һум аҡса бүленгән.
Сергей Афонин һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә 350 ихатаны һәм 19 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү тамамланған. 56 ихатала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтылыҡ ҡоролмалары урынлаштырыла.
Һуңынан ғәмәлгә ашырылған иң яҡшы проекттар Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына төбәктәр араһындағы конкурсҡа тәҡдим ителә.
«Әлеге ваҡытта 2018-2022 йылдарға муниципаль программалар әҙерләү бара, унда Башҡортостан муниципалитеттарының меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттары ҡатнаша», — тип өҫтәне министр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика