05:30 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Социаль страховкалау фондында Башҡортостандың ташламалары булған граждандарына ни өсөн шифахана юлламаларының етмәгәнен аңлаттылар

inbalashikha.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда федераль ҡаҙна ташламаға эйә булған граждандарҙы шифахана-курорт дауалау менән тәьмин итеүгә 96,5 миллион һум бүлә. Был яҡынса 4,3 мең юллама йәғни тәьмин ителгәнлек 25-27 процент.
«Социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһендә 15,6 мең ғариза тапшырыусы иҫәптә тора. Йәғни ташламаға эйә булыусыларҙың 2,5-3 йылға бер тапҡыр юллама алыуы мөмкин. Әммә 2017 йылда дәүләткә бер юллама 24,2 мең һумға төшә. Ә нормативтар буйынса бер кешенең шифахана-курорт дауалауына ни бары 1494 һум (айына 124,5 һум) күсерелә. Бүленгән аҡса бөтә льготалыларҙы йыл һайын путевкалар менән тәьмин итеү өсөн етмәй. Асылда, ташламалары булған бер гражданды юллама менән тәьмин итеү өсөн 16 граждандың финанс ресурстары тәьмин ителә», — тип Фондта аңлаттылар. Ташламалары булған граждандар үҙ сиратын ведомство сайтындағы электрон сиратта күҙәтә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика