02:50 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Республиканың шәкәр заводтарына 1 миллион тоннанан ашыу сөгөлдөр оҙатылған

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың шәкәр заводтары 1 миллион тоннанан ашыу сөгөлдөр ҡабул иткән, унан 703 мең тоннаһы эшкәртелгән.
Республикала 1,581 миллион тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған. Уртаса уңыш – гектарынан 308 центнер. Уңыш буйынса алдынғылар рәтендә элеккесә Өфө һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары – һәр гектарҙан 400 һәм 385 центнер.
Шәкәр сөгөлдөрө иң күберәге Благовар районында ҡаҙып алынған – 220 мең тоннаға яҡын, Бүздәк районында сығарылған – 154 мең тонна самаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика