09:33 (UTC+5), 17 Ноябрь 2017

Өфөлә ҡуртымға бирелгән фатирҙың хаҡын 20 йылда ҡапларға мөмкин

regburokirov.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге 3,6 миллион һумлыҡ ҡуртымға бирелгән фатирҙың (айына 15,2 мең һум) хаҡын яҡынса 20 йылда ҡапларға мөмкин. Уны ремонтлау, йыһазландырыу һәм көнкүреш техникаһы менән тәьмин итеү, һалымдар түләү иҫәпкә алынмай. «Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары ҡайһы ҡалаларҙа торлаҡты ҡуртымға биреү отошлораҡ икәнлеген иҫәпләгән. Ошондай идеаль шарттарҙа фатир ни тиклем арзаныраҡ, уның хаҡы шул тиклем тиҙерәк «ҡаплана».
Мәҫәлән, күсемһеҙ милек рейтингтарында һуңғы баҫҡыстарҙы биләгән Магнитогорскиҙа уртаса фатир 1,66 миллион һум тора. Айлыҡ ҡуртым хаҡы — 11,7 мең һум. Ошондай фатирҙың хаҡын 12 йылда ҡапларға мөмкин.
Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта иһә бының өсөн 22 һәм 21 йыл талап ителә. Чебоксар ҡалаһында фатир 2,4 миллион самаһы тора, ә ҡуртым хаҡы 8,8 мең һум тәшкил итә. Бындай фатирҙың хаҡын ҡаплау өсөн 23 йыл кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика