02:30 (UTC+5), 16 Ноября 2017

Башҡортостан приставтары бурыстары өсөн 12 ҡиммәтле машинаны тартып алған

www.gorodche.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Һуңғы өс айҙа приставтар мөлкәт һалымы буйынса бурыстары өсөн 12 ҡиммәтле автомобилде тартып алған, тип хәбәр итә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы. Мәҫәлән: Grand Cherokee автомобиле хужаһы, үҙе юрист була тороп, транспорт һалымы буйынса 107 мең һум бурысын түләргә «онотоп», уны һатыуға ҡуйған. Өфөлә йәшәүсе икенсе кешенең – «Хаммер» хужаһының транспорт һалымы буйынса бурысы 200 мең һум, әммә джипты тартып алырға тура килмәгән – хужаһы шунда уҡ кәрәкле сумманы түләргә әҙерлеген белдергән.
Дөйөм алғанда тартып алынған 12 сит ил машинаһы хужалары 2 миллион һум һалым бурысын түләгән.
Республика буйынса йыл башынан мөлкәт һалымдары буйынса бурысты ҡаплауға – 177 миллион, һалым һәм страховка түләүҙәре буйынса – 1,1 миллиард һум тиерлек түләтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика