12:26 (UTC+5), 15 Ноябрь 2017

«Урал легендаһы» Өфө — Белорет поезы теҙмәһе билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 17 ноябрҙә «Урал легендаһы» Өфө — Белорет поезы йөрөй башлай. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус электричка аҙнаһына өс тапҡыр — йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә юлға сыға. Билет 600 һум тора, пассажирҙарҙы тау саңғыһы базаһына тиклем автобуста алып барыу ҙа ошо хаҡҡа инә. Төбәктә льготаға эйә булғандарға һәм уҡыусыларға 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған.
«Урал легендаһы» поезы өсөн Куйбышев тимер юлы 194 кеше һыйҙырышлы РА-2 сериялы өс вагонлы рельс автобустары бирҙе. Улар сымһыҙ интернет системалары һәм гаджеттарҙы зарядлау ҡулайламалары, биобәҙрәфтәр, уңайлы ултырғыстар һәм спорт инвентары өсөн кәштәләр менән йыһазландырылған», — тип һөйләнеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында.
Теҙмә урындағы ваҡыт буйынса:
Өфө — 6.15
Дим — 6.29
Өршәк — 6.54
102-се саҡрым («Ассы» шифаханаһы) — 8.46
Инйәр — 9.08
Белорет — 10.55
Абҙаҡҡа автобус — 11.00.
Ҡуҙғалыу:
Абҙаҡтан: — 17.40
Белорет — 18.26
Инйәр — 20.06
102-се саҡрым («Ассы» шифаханаһы) — 20.43
Өршәк — 22.27
Дим — 22.52
Өфө — 23.08.
Ҡала яны поезына билеттарҙы Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы кассаһында һәм терминалында, шулай уҡ «Ҡала яны» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында алырға мөмкин.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика