07:14 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Төбәктең Хеҙмәт министрлығы уртаса эш хаҡын атаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, август айында төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы 30 187 һум тәшкил итте.
Октябрҙә республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4175 һум булды. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9498 һум күләмендә билдәләнгән.
2017 йылдың өсөнсө кварталында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 2,051 миллион кешегә етә. Иҡтисадта мәшғүлдәр һаны — 1,940 миллион кеше. Эшһеҙҙәрҙең дөйөм һаны 111 меңдән ашыу.
Дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,4 процентҡа тиң. Ил буйынса был күрһәткес 5 процент тәшкил итә, Волга буйы федераль округында иһә 4,5 процент.
«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың ғинуар-август айҙарында Мәскәүҙә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 8,5 процентҡа артып, 91 815 һум тәшкил итте. Мосгорстат ошондай мәғлүмәттәр килтерә.
Статистикала кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡарамаған бөтә милек формаһындағы предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы иҫәпкә алына.
Ошо ваҡыт эсендә йән башына иҫәпләгәндә айлыҡ аҡсалата килем 2,8 процентҡа артып, 56 700 һум тәшкил иткән.
Росстат хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә инфляцияның ике тапҡырҙан ашыуға кәмеүе (4,1-ҙән 1,7 процентҡа тиклем) иҫәбенә реаль эш хаҡы 2,5 процентҡа артҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика